Һәр кем программаның moskva-putinu.ru сайты аша һорау бирә ала, 0-40-40 номерына шылтырата һәм 8-800-200-40-40 телефоны буйынса СМС - йәки ММС-хәбәр ебәрә ала. Һорауҙар шулай уҡ махсус мобиль ҡушымта аша ҡабул ителәсәк (уның тураһында тулыраҡ программаның сайтында белергә мөмкин).
Президентҡа текст һәм видеоһорауҙы «Бәйләнештә» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәре аша ла ебәреп була. Программаның рәсми төркөмдәре – vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu.
Һорауҙар 8 декабрҙә иртәнге сәғәт 00-дән 19 декабрҙә программа тамамланғанға тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.