Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2024, 13:54

Аҡмулла университетында Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр

Бөгөнгө байрамда Аҡмулла университетының Аҡ залында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға диплом тапшырҙы.

Аҡмулла университетында Башҡорт теле көнөн билдәләнеләрАҡмулла университетында Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр
Аҡмулла университетында Башҡорт теле көнөн билдәләнеләр

Республика колледждарының һәм юғары уҡыу йорттарының 14 студенты Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә бәйле уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләре өсөн исемле стипендия алды.

"Бөгөн Башҡорт теле көнө. Республикала туған телдәрҙе үҫтереүгә, өйрәнеүгә, уҡытыуға ҙур иғтибар бирелеүен беләһегеҙ. Беҙҙә күп милләтле республика, һәм һуңғы биш йылда рус һәм башҡорт телдәрен, Шулай уҡ Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән һигеҙ полилингваль мәктәп, гимназия барлыҡҡа килде. Кисә генә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезының пленар ултырышы үтте, унда башҡорт телен белеүҙең ҙур әһәмиәте билдәләнде. Башҡорт телен белеү төрки донъяһына ишек аса бит. Башҡорт телен камил белгән кеше тәржемәсеһеҙ төрөктәр, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр менән аралаша ала. Ә бөгөн беҙҙә донъя тап көнсығышҡа йүнәлтелгән. Шуға күрә барығыҙҙы ла туған телегеҙҙе данлауығыҙ менән ҡотлайым», – тине Урал Таһир улы, стипендиаттарҙы ҡотлап.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов исеменән Аҡмулла университетының йәштәр сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса проректоры Радик Юлбаев сәләмләне. Ул Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда һәләтле йәштәргә ҙур ярҙам күрһәтелеүен, үҫеш өсөн бөтә шарттар булдырылыуын билдәләне һәм стипендиаттарға яңы уңыштар теләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас