Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2024, 07:35

«Санкт-Петербургта башҡорттар әүҙем эшләй»

Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезында  Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова ла ҡатнаша.

«Санкт-Петербургта башҡорттар әүҙем эшләй»«Санкт-Петербургта башҡорттар әүҙем эшләй»
«Санкт-Петербургта башҡорттар әүҙем эшләй»

– Бөтә башҡорттар йыйылған ҙур сараға шатланып килдек. Башҡортостан ҡарлы, ҡышҡы тәбиғәте менән ҡаршы алыуына ла бик шатбыҙ. Беҙҙең Санкт-Петербургта башҡорттар, шул иҫәптән йәштәр ҙә  бик әүҙем эшләй.

Башҡорттар бөтөн ерҙә лә үҙен башҡорт итеп күрһәтеп, үҙенең телен, мәҙәниәтен онотмай, сит яҡтарҙа ла бирешмәй ошолай үҫешкәндәренә ҙур рәхмәт әйткем килә. Киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс тормош теләйем, – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы. 

Әйткәндәй, Санкт-Петербургта 3 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, Милләттәр йортонда йәкшәмбе мәктәбе лә эшләп килә. «Ирәндек» фольклор, «Наза» бейеү ансамблдәре әүҙем эш алып бара.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас