Путин билдәләүенсә, Си Цзиньпин инновацияларға һәм прогрессҡа, шул иҫәптән яһалма интеллектҡа ҙур иғтибар бүлә. Ул Ҡытай лидеры менән даими аралашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Күптән түгел КПК Үҙәк комитеты ҡарамағындағы партия тарихы һәм әҙәбиәте институты яһалма интеллект ярҙамында Си Цзиньпиндың 2012 йылдан 2021 йылға тиклем 335 һүҙен үҙ эсенә алған «Кеше хоҡуҡтарын хөрмәтоәү һәм тәьмин итеү тураһында» тигән яңы китабын рус теленә тәржемә итте.