Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2024, 11:27

Алтаҡталарҙа хата күрһәң....

Республика менән идара итеү үҙәге эшләгән чат-бот ярҙамында хәҙер алтаҡталағы хаталарҙы төҙәтеп була. Бынан тыш, уның аша туҡталыштарҙа, реклама плакаттарында, юл билдәләрендә осраған хаталар тураһында ла хәбәр итергә мөмкин.

Алтаҡталарҙа хата күрһәң....Алтаҡталарҙа хата күрһәң....
Алтаҡталарҙа хата күрһәң....

Бының өсөн аныҡ адресты күрһәтергә һәм фото беркетергә кәрәк. Комментарийҙы «Инцидент менеджемент» мәғлүмәт системаһы автоматик рәүештә теркәп бара, белгестәр ялыуҙы теге йәки был структураға тапшыра.


«Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» һанлы ярҙамсыһы русса ла, башҡортса ла «аңлай». Ул Telegram мессенджерында эшләй: https://t.me/bashnamebot.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас