Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Декабря 2024, 15:35

17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Красноярск ҡалаһында 17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Красноярск крайы буйынса эске эштәр министрлығының баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Уйындан уймаҡ сыға, тигәндәй, үлемесле фажиғәгә был юлы ла вайымһыҙлыҡ, яуапһыҙлылыҡ сәбәпсе була. Ҡыҙҙар машинаға арҡан менән тюбинг (ватрушка тип тә йөрөтәбеҙ) тағып шыумаҡсы булғандыр ҙа, тик әлеге "уйындары" ҙур фажиғә менән тамамлана. Идара итеү мөмкинлеге бөтөнләй булмаған тюбинг көтмәгәндә ҡаршы яҡ юлға сығып китә. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙы ҡаршыға килгән машина бәрә. Егерме йәшлек иптәш ҡыҙы иһә ауыр йәрәхәттәр менән урындағы дауаханаға оҙатылған.

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Ҡыш байрамдары яҡынлашып килә, ҡар ҙа яуыр, күңел уйын-маҙар талап итер. Шуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә күңел асыу сараһы булмаһын, мөмкин тиклем аяу булығыҙ!  

Автор:Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас