Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2024, 13:16

Өсөнсө балаһы тыуғандарға ниндәй ташламалар бар?

 Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. 

Өсөнсө балаһы тыуғандарға ниндәй ташламалар бар?Өсөнсө балаһы тыуғандарға ниндәй ташламалар бар?
Өсөнсө балаһы тыуғандарға ниндәй ташламалар бар?

Өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә ҡаралған ташламалар хаҡында һөйләйбеҙ.

⃣ Өсөнсө һәм артабанғы балаларға һалым ташламаһы

Кемгә тейеш: рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан хәлдә, ике ата-әсәгә лә.

Күпме: 3000 һум.

Ташламаны юллау тәртибе — ошонда: vk.cc/cFCe86.

⃣ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе компенсациялау

Кемгә: аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, ғәрип бала булған ғаиләләргә.

Күпме: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн ғәмәлдә тәғәйенләнгән сумманан сығып, шәхсән иҫәпләнә.

Ташламаны нисек юлларға: Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына (vk.cc/cvVddZ) ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Кәрәкле документтар исемлеге — ошонда: vk.cc/cFCeGT. Тулыраҡ мәғлүмәт — ошонда: vk.cc/cFCeMb.

3⃣ Өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн балалар баҡсаһына түләүҙең бер өлөшөн компенсациялау

Кемгә: өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә.

Күпме: баҡса өсөн түләү хаҡының – 70 проценты, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына — 100 процент.

Ташламаны нисек юлларға: балалар баҡсаһына барғанда ата-әсәнең береһенең ғаризаһы буйынса.

4⃣ Балалар баҡсаһына сираттан тыш ҡабул итеү

Кемгә ҡаралған: күп балалы бөтә ғаиләләргә

Ташламаны нисек юлларға: балалар баҡсаһы хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә.

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ташламалар һәм түләүҙәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — ошонда: vk.cc/cyqdu9.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас