Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Декабрь 2024, 01:45

МХО биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ башҡорт сәйен эсеп, исмаһам, бер рәхәтләнеп алыр!

Үткән аҙна аҙағында ғына «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортонан – Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, автохужалыҡ начальнигы Владимир Тупиков һәм “Башҡортостан” республика нәшриәтенең водителе Сергей Бердников МХО биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүсе яугирҙарыбыҙ янына гуманитар ылау менән юл тотто тип яҙғайныҡ.

МХО биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ башҡорт сәйен эсеп, исмаһам, бер рәхәтләнеп алыр!
МХО биләмәһендәге яугирҙарыбыҙ башҡорт сәйен эсеп, исмаһам, бер рәхәтләнеп алыр!

Шөкөр, хеҙмәттәштәребеҙ алыҫ араны имен-аман үтеп, тейешле урынға барып етеп, МХО биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәүсе егеттәребеҙгә кәрәкле йөктө тапшырҙы, шул иҫәптән "Йәшлек"тәр әҙерләгән "Еңеү сәйҙәре" лә. Журналистар, гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары берҙәмлеге менән ГАЗельға был юлы маскировкалау селтәрҙәре, бензин бысҡыһы, консерва тушенкалары һәм башҡа төрлө күстәнәстәрҙән тыш 12 тимер мейес – “буржуйка” кеүек кәрәкле йөк тейәлде.

Илебеҙҙең имен киләсәге өсөн алыш дауам итә икән, тимәк, был эш – гуманитар ылау оҙатыу – туҡтарға тейеш түгел. Һәр кемебеҙ ил менән берҙәм булырға бурыслы, илебеҙ киләсәге өсөн ҡанын ҡойған егеттәребеҙ-ҡыҙҙарыбыҙ менән бер тында булырға бурыслылыр. Бер ҡарауға ғына гуманитар ылау ул, ә ысынында иһә – ул берҙәмлек символы, өмөт, көс-ҡеүәт. "Еңеү сәйҙәре" тәмле һәм шифалы булһын, яугирҙарыбыҙҙың!

Автор: Шамил Яубаҫаров  
Читайте нас