Хәтерегеҙҙәме, башҡорт эстрадаһы төрлө йүнәлештәр алып, үҙенең ысынбарлығын эҙләгәнендә Венер Камалов исеме балҡып килеп сыҡҡайны? “Йондоҙом”, “Бул һин янымда”, “Серле йондоҙҙар”, “Төшкә керә Стамбул” йырҙары яратҡан хитҡа әүерелде.
Гөлдәр Ишҡыуатова исемле йәш кенә бер студент ҡыҙыҡай Венер Камаловты эҙләп таба. “Мин йырҙар яҙам. Альбом сығарырға уйлап йөрөйөм. Һинең менән дуэт яҙҙырып, альбомыма индергем килә”, – тип тәҡдим итә. Өс дуэт яҙҙыралар, улар Гөлдәр Ишҡыуатованың йыр кассетаһына инеп китә. Был дуэттың йәштәр араһындағы популярлығын яҙып ҡына аңлатып булмай. Матур күренеш ине.
Ошонан һуң Венер Камалов “Сәләм әйт” тип аталған айырым альбомын сығара. Азамат Моратов менән әллә күпме ретро йырҙарға йән өрәләр. “Ҡышҡы романс”, “Өфө йүкәләре” йырҙары яңыса яңғыратыла. Халыҡ йырҙарын заманса эшкәртеү ҙә тап шул мәлдәрҙә башлана. Был йырҙар башҡорт эстрадаһы өсөн яңы офоҡтар асты. Кимәле юғары булған, уларҙы әлеге лә радио эфирҙарынан әйләндерәләр, һаман да халыҡ телендә.
Венер Камалов театр һөйөүселәр өсөн дә яҡын. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарындағы уның тыуҙырған туғыҙ тиҫтәгә яҡын төрлө пландағы ролдәре араһында хәтерҙә ныҡ һаҡланғандары – Туфан Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” музыкаль комедияһында нескә һәм лирик Шүрәле, Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәрендә – етди Шаман, “Ал яулыҡлы тирәккәйем” драмаһында – яуаплы етәксе Урмат әке, Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһында – Үтәғол, Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”ендә – Юламан ҡарт, Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа...” музыкаль комедияһында – Фәндәс роле бар.
Эстрадала һәм театрҙа ошондай бәхетле сәхнә тормошон кисереүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов 8 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үҙенең концертын үткәрергә йыйына. “Кем һин?” тип аталған программаһында йырҙар ғына түгел, спектаклдәрҙән өҙөктәр ҙә күрһәтеләсәк. Бынан тыш ижадташ дуҫтарының да сығыш яһауы көтөлә, тип хәбәр ебәрҙе театрҙың әҙәбиәт бүлеге.
Фотолар театр архивынан.