🤲Малдарыбыҙға бәрәкәт биреп, бәндәселек менән ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа.
🤲Телдәребеҙгә, күңелдәребеҙгә сабырлыҡтар биреп, ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып, Үҙең риза булырлыҡ итеп үткәреүҙәребеҙҙе насип ит.
🤲Быға тиклем тәүфиҡһыҙлыҡта йөрөгән бәндәләреңдең күңелдәренә иман нуры һалып, тура юлдарҙы – мәсет, мәҙрәсә юлдарын күрһәт.
🤲Өйләнмәгән егеттәребеҙгә, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарыбыҙға хәйерле бәндәләр насип ҡылып, матур ғаиләләр ҡороп, динебеҙҙе ҡеүәтләүсе балалар үҫтерергә насип ҡыл.
🤲Йә Раббым, ошо килгән һәм киләсәк йылдарҙы хәйерле йылдарҙан ҡылып, беҙ, бәндәләреңдең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарын, хаталарын ғәфү ҡылып, афәттәрҙән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан имен ҡылһаң ине.
Изге Йомабыҙ мөбәрәк булһын🤲.