+21 °С
Болотло
Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы.
Өфө нефть эшкәртеү з‑ды ҡарамағында 1956—99 йй. Өфөлә эшләй. 830 һәм 200 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор кластары, спорт һәм бейеү залдары, уҡыу залы м‑н китапханаһы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләр. Хәҙер мәҙәниәт һарайы бинаһы Нефть техник университеты ҡарамағында.
Юлай Кәримов фотоһы.