Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Туймазы районындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн иртәнге сәғәт ун тирәһендә Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1292-се саҡрымында (иҫке йүнәлеш) теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 63 йәшлек водитель, "Сузуки SX-4" автомобилендә Октябрьский ҡалаһы яғына хәрәкәт иткәндә, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҡаршыға килгән "КамАЗ" (манипулятор) менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән дауаханала йән бирә. Фажиғә буйынса тикшереү бара.
Һандар һәм фактар:
Уҙған тәүлектә Рәсәй юлдарында 275 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 23 кеше һәләк булған һәм 323 кеше яраланған. Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы 106 юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә биш кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 103 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.
Һәр һан артында - кеше яҙмыштар!
Ашыҡмағыҙ, хөрмәтле водителдәр! Бараһы ерегеҙгә барып, имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ һәр ваҡыт!
Фото: БР ДАИ.