Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2024, 08:50

Волонтерҙар МХО зонаһынан эт алып ҡайтышҡан

Поезда һәм машинала 1500 километрҙан ашыу ара, дүрт төбәк һәм биш тораҡ пункт. Башҡортостандан МХО яугиры ғаиләһенә эләгеү өсөн фронт эте Арей шундай юл үткән. Уға был юлды үтергә Халыҡ фронтының Йәштәр командаһы ағзалары ярҙам иткән.

Волонтерҙар МХО зонаһынан эт алып ҡайтышҡанВолонтерҙар МХО зонаһынан эт алып ҡайтышҡан
Волонтерҙар МХО зонаһынан эт алып ҡайтышҡан

 Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе ҡатын социаль селтәр аша ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Ул иренең хәрби һыҙатта осратҡан этте МХО зонанан алып сығырға ярҙам итеүен һораған.

Арей ҡушаматлы эт Кременная районында бурыстарҙы үтәүсе медицина батальонының талисманы була. Ул хәрбиҙәр менән окопта йәшәй, улар менән бергә заданиеларға йөрөй. Эткә алғы һыҙыҡта еңел түгел, шуға күрә хәрбиҙәр уны хәүефһеҙ урынға нисек алып барырға икәнлеге тураһында уйлай башлай. "Волжский" позывнойлы батальон командиры Арейҙы Башҡортостанға ғаиләһенә ебәрергә ҡарар итә.

 Бер аҙна самаһы ҡатын этте нисек өйгә алып ҡайтырға икәнен хәл итә. Төрлө ойошмаларға үтенестәр менән мөрәжәғәт итәләр, әммә һөҙөмтәһеҙ. Урындағы гәзиттән Регина халыҡ фронтының башҡорт йәштәре командаһы ҡатнашыусыларының Курскиҙа эшләүе тураһында уҡый һәм уларға яҙырға ҡарар итә. Ирекмәндәрҙең яуабы ҡыҫҡа булған: "Ярҙам итәйек!”

Арейҙың сәйәхәте Белгородтан башлана. Халыҡ фронты йәштәре командаһы ирекмәндәре этте поезда Курскҡа оҙата, унда уны Башҡортостан гуманитар миссияһында ҡатнашыусылар ҡаршы ала. Гуммиссияны тамамлағас, улар этте командирҙың ҡатынына алып килә.

"Арейға хәрби бәйләнеш һыҙығынан беҙҙең төбәккә тиклем бер нисә мең километр юл үтергә тура килә. Курскҡа тиклем поезда ул бер үҙе, Һуңынан Мәскәүгә Һәм Башҡортостанға бара. Беҙ Уның менән Приют станцияһына, Унан Машина Менән

Сығанаҡ: https://onf.ru/news/volontyory-molodyozhnogo-kryla-narodnogo-fronta-pomogli-bojcu-perevezti-sobaku-iz-zony-svo

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас