Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө 1988 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм БМО-ның Генераль Ассамблеяһы инициативаһы буйынса ойошторола. Бурысы – халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыу һәм ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү, дауалау мөмкинлектәрен киңәйтеү өлкәһендәге ҡаҙаныштар хаҡында һөйләү. Ҡыҙыл таҫма СПИД менән көрәш символы булып тора.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йыл аҙағында илдә зарарланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 629,6 тәшкил итә.
"Башҡортостанда ВИЧ-инфекция республиканың барлыҡ муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында теркәлгән, зарарланыу 100 мең кешегә 523,9 тәшкил итә. Бөтә күҙәтеү осоронда 42 061 кеше кумулятив лаборатория аша асыҡланған. 2023 йылда республикала тәүге тапҡыр 1396 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, ир-егеттәр өҫтөнлөк итә, улар 56% тәшкил итә. 2023 йылда республикала ВИЧ-инфекция менән сирләү күрһәткесе 100 мең кешегә 34,2 тәшкил иткән», – ти СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.
Һаулығыңды һаҡлау өсөн СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгендә ВИЧ-инфекцияға тикшереү үтергә мөмкин. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 18. Рәсәй Федерацияһы граждандары өсөн ВИЧ-инфекцияны дауалау бушлай.
Фото: Т, АМАНОВ.