Әлеге хәл «Сағыу» биҫтәһендә 26 ҡатлы йорттоң подъезы алдында була. Бер мәл ире ҡатынының битен сәпәләп ала, унан тағы бер нисә тапҡыр һуға. Бер аҙҙан капюшенынан тотоп алып, елтерәтеп, ергә ташлай. Ике бала әсәһе ҡыбырламай ята. Енләнгән ир ҡатынының пальтоһын сисә. Подъезға ингәс, типкесләй башлай. Ҡатын ҡасырға уйлаһа, артынан ташлана. Был хәл полицияның урындағы бүлексәһендә теркәлә. Тикшереү бара.
Фото: Т. АМАНОВ.