Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноябрь , 11:00

Ҡымыҙ бешкән апайҙарҙың ҡулдары талмай микән

#Йәшлек #Юлай Кәримовфотоһы.

Ҡымыҙ бешкән апайҙарҙың ҡулдары талмай микән
Ҡымыҙ бешкән апайҙарҙың ҡулдары талмай микән

Әй ҡымыҙы,ҡымыҙы.

Ҡымыҙының шифаһы,
шул ҡымыҙҙы гөмбөрҙәтеп
бешә бит минзифаһы,
ҡымыҙ эскән кешеләрҙең
тын алыштары иркен,
шифаһы тейһен ҡымыҙҙың
ауырымаһын һис кем.
Ҡымыҙ бешкән апайҙарҙың
ҡулдары талмай микән.
Ҡымыҙҙы маҡтап эсәләр,
телдәре балдай микән.
Ашҡаҙан,үпкә,бауырға,
ҡымыҙ бигерәк килешә
ҡымыҙ эсеп һауығабыҙ,
кәрәкмәй беҙгә шешә.
Туғай буйлап һауын бейәләре,
ҡырт,ҡырт сәйнәй татлы үләнде,
йәнгә,тәнгә рәхәт бирә ҡымыҙ.
Яҙып үтәм үҙем белгәнде.
Тирмә ҡороп ,өйөр көтөү тотоп.
Йәшәгәндәр беҙҙең башҡорттар,
ҡымыҙҙары менән дан тотҡандар.
Умартала гөжләй балҡорттар.

Вағиҙә Әхтәмова.

Юлай Кәримов фотоһы.

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас: