Әбей:"Һин мине рәнйеткән һайын, йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаған һайын, баҡса артындағы үҫеп ултырған ағасҡа сығып ҡаҙау ҡаҙап барҙым.. Улар бик күп, бар, сығып шуларҙы кире һурып ал!."- тигән. Бабай сыҡҡан, ҡаҙауҙар бик күп сәнселгән икән ағасҡа, аптырап ҡарап торған да, берәмләп көс-хәлгә һурып сығара башлаған, ныҡ ҡаҙалғандар икән.. Бөтә ҡаҙауҙы ла һурып сығарып бөткәс, әбейенә инеп әйткән:" Әбей, ағастағы бөтә ҡаҙауҙы ла һурып алып бөтөрҙөм, берәүһе лә ҡалманы! Инде мине ғәфү итәһеңме, бүтән рәнйетмәм?!."- тигән, мөлдөрәп әбейенә ҡарап.. Әбей: "Шунан, ҡаҙауҙарҙы һурып алғас, эҙҙәре ҡалдымы?!.. Бына, шуның шикелле, һин мине рәнйетеп, аҙаҡ ғәфү үтендең дә ул, ә күңелдә, йөрәктә барыбер уңалмаҫ яралар ҡала, ғәфү итһәм дә..." Уйлап та, уйламай ҙа рәнйеткән йөрәктең яралары күпме ваҡыт үтһә лә бер ҡасан да уңалмай, унда-бында һулҡылдап ауыртып, үҙен белгертеп, иҫләтеп тора..