Ул пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе өйрәтеү буйынса асылған кластарҙың береһе. Республикабыҙҙа ундай кластарҙың һаны 20-гә етә, ә Рәсәй буйынса бындай кластар һаны 200-гә етә. Уны «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты буйынса асыу мөмкин була.
Благовещен уҡыусылары пилотһыҙ аппараттар менән идара итергә, уларҙың осоштарын программаларға өйрәнә. Бының өсөн мәктәпкә ҡорамалдар һәм техника һатып алынған, осоу зоналары биҙәлгән. Милли проектҡа ярашлы, 12,5 миллион һумға ремонт яһалған һәм ҡорамалдар һатып алынған. Был аҡсаға квадракоптерҙар, йыһаз һәм оргтехника һатып алына. Уҡыусыларҙы өйрәтеү өсөн отпускыла булған махсус хәрби операция яугирҙары саҡырыла. Улар Батырлыҡ дәресе күрһәтә, оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Радий Хәбировҡа быйыл төҙөкләндерелгән ашхананы ла күрһәттеләр, дөйөм туҡланыу хеҙмәткәрҙәре менән дә аралашты.
– Хәҙер балалар ашханаларҙа Башлыса Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлекте ашай, - тип билдәләне республика Башлығы.
Бынан тыш, Радий Хәбиров мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре менән дә һөйләште, уларҙан балалары ниндәй юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инергә йыйыныуы хаҡында һораны.
Представители родительского комитета поблагодарили Главу Башкортостана за то, что в 2023 году по его поручению в рамках реализации модуля «Здоровая улыбка» образовательного проекта «Взлетай!» в школе открыли стоматологический кабинет. Для этого отремонтировали помещение, приобрели оборудование и мебель на сумму свыше 1,2 млн рублей.
Ата-әсәләр комитеты вәкилдәре Башҡортостан Башлығына 2023 йылда уның ҡушыуы буйынса асылған мәктәп стоматология кабинетына рәхмәтен белдерҙе. Бының өсөн бина ремонтлана, 1,2 миллион һумдан ашыу суммаға ҡорамалдар һәм йыһаз һатып алына.
Фото: Т. АМАНОВ.