“Бер тырмаға ҡат-ҡат баҫыу
Ярамай”,- тиһәләрҙә,
Бер үк хатам ҡабатлана:
Ышанам кешеләргә.
Берәүҙәргә етеп ҡала
Бер тапҡыр баҫҡаны ла,
Ғүмер буйы ҡурҡып йәшәй
Асырға ҡапҡаны ла.
Һәр кешелә тик яҡшылыҡ
Эҙләргә күнеккәнмен,
Йыш алданам: әле булһа
Аҡыл бирмәй үткәнем!
Белә тороп, күп тапҡырҙар
Баҫһаң, тимәк, тырма – шәп!
Ошо тырмаға баҫмайса
Булмай, күрәһең, йәшәп…
Фирүзә Абдуллина.
Юлай Кәримов фотоһы.