Осрашыуҙа хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре күтәрелде. Яраланғандан һуң ҡыҫҡаса ялға ҡайтҡан яугирҙар хәрби госпиталдәрҙә дауаланыу үткән. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика хәрбиҙәргә өҫтәмә реабилитация күрһәтергә әҙер.
Яугирҙар республика дауаханаларында дауалауҙы ойоштороу мәсьәләһен ҡарау үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Башлығы республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм хәрби комиссариат менән берлектәге кәңәшмә үткәрәсәген белдерҙе, унда яугирҙарҙы борсоған мәсьәләләр ентекле тикшереләсәк. Радий Хәбиров яугирҙарҙың ғаилә хәлдәре, уларға өҫтәмә ярҙам кәрәкме-юҡмы икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһынды.
Яугирҙар гуманитар ярҙам ебәргән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Махсус хәрби операция башланғандан алып 138 гуманитар конвой ебәрелгән.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы һәр муниципалитетта һәләк булған яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барылыуын билдәләне. Өфөлә ҙур мемориаль комплекс барлыҡҡа киләсәк.
– Беҙҙең бурыс – егеттәрҙең батырлығын хәтерҙә тотоу, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.