Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Ноября 2024, 18:22

Өфөлә IV Евразия конгресы эшләй башланы

Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса IV Евразия конгресы эшләй башланы. 

Өфөлә IV Евразия конгресы эшләй башланыӨфөлә IV Евразия конгресы эшләй башланы
Өфөлә IV Евразия конгресы эшләй башланы

Ул  йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, кардиохирургтар, кардиологтар һәм башҡа медицина белгестәре араһында тәжрибә һәм белем уртаҡлашыу платформаһына әйләнә.  Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Бразилия, Австрия, Мысыр, Берләшкән ғәрәп әмерлектәре  һәм Ҡытайҙан ҡатнашыусылар пленар ултырыштарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, уҡытыу семинарҙарында һәм медицина ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Ике көн дауамында пленар һәм секция ултырыштары, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, шулай уҡ ватан һәм сит ил медицина сәнәғәте ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтәсәк.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас