Зөлфиә Мәхмүтова ейәнен тыңлап, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ойошмаһының урындағы бүлексәһе ветерандарына мөрәжәғәт иткән. Улар ауылға килеп, сираттағы гумконвой ебәрелгән урынға мотоциклды алып барырға ярҙам иткән.
Ҡыҙы ҡапыл вафат булғандан һуң, өләсәһе бәләкәйҙән уның балаларын үҙе тәрбиәләй.
– Әгәр беҙ барыбыҙ ҙа берләшеп, яугирҙарыбыҙға ярҙам итһәк, улар дошманды тиҙерәк еңеп, Еңеү менән ҡайтасаҡ, – тип ышана уҡыусы.