✅Был көндө донъя эштәрен күп эшләмәйенсә, ғилем алығыҙ, ғибәҙәт, вәғәз мәжлестәрендә булығыҙ. Йоманы ололап, изге эштәр ҡылыу, балаларға бүләктәр алып, уларҙы шатландырыу, ярлыларға, фәҡирҙәргә саҙаҡа биреү, ярҙам итеү, ғөсөл ҡойоноп, мәсеткә барыу, ата-әсә, туғандарҙың хәлен белешеү, ҡәберҙәргә зыярат ҡылыу, Ҡөръән уҡып, сауабын үлгәндәр рухына бағышлау, зекер һәм доғалар уҡыу бик тә сауаплы.
✅Йә Раббым, һәр беребеҙгә ике донъя бәхете, ныҡлы сәләмәтлек, хәйерле бәрәкәт һәм сабырлыҡ бир. Ҡан ҡойоштар тиҙерәк туҡтаһын, донъябыҙ тынысланып, яу яланында йөрөгән ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Барыбыҙға ла Раббыбыҙ ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә яҙһын ин шәә Аллаһ! Әмин!