Рәсәй Үҙәк банкы яңы 1000 һумлыҡ купюраның кире яғында һүрәтләнергә мөмкин булған Волга буйының төбәктәренеең 25 иҫтәлекле урыны исемлеген тәҡдим итте.
Улар араһында Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле бар.
Дәғүәселәр исемлегенә шулай уҡ Һамар өлкәһендәге Жигули ГЭС-ы, Ҡазан федераль университетының төп корпусы, Һамарҙағы Дан монументы, Һарытауҙағы Гагарин халыҡ-ара аэропорты һәм башҡалар ингән.
"Башҡортостанда урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле 1000 һумлыҡ яңы купюраның һүрәте булырға дәғүә итә. Иртәгә Рәсәй Банкы сайтында халыҡ тауыш биреү ҡасан иғлан ителәсәге тураһында хәбәр баҫыласаҡ.
Шулай итеп, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бөтә 25 объект тауыш биреүгә ҡуйыласаҡ. Күрәһең, уларҙың барыһы ла купюра составына инмәйәсәк. Күпме икәне әлегә билдәһеҙ. Был иртәгә билдәле буласаҡ", - тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан буйынса Милли банкта.