Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноябрь 2024, 03:30

Сабыр, түҙемле булайыҡ!

Беҙҙең һәр һулышыбыҙ - Аллаһы Тәғәләнән бирелгән ниғмәт. Ул ҡушмаһа, беҙ хатта тын да алмаҫ инек. Ә Аллаһы Тәғәләнән кемдәрҙе ярата һуң? Был һорауға яуапты Ҡөръән аттарынан һәм хәҙистәренән алырға була. ✅Аллаһы Тәғәлә тәүбәгә килеп, гонаһтарын ташлап, рухи яҡтан таҙарынған кешеләрҙе ярата. "Ысынлап та, Аллаһ тәүбә ҡылыусыларҙы һәм таҙарыныусыларҙы ярата", — тиелә "Баҡара" сүрәһенең 222-се аятында. ✅Аллаһы Тәғәлә сабыр кешеләрҙе ярата. Был хаҡта "Ғимран ғаиләһе" сүрәһенең 146-сы аятында:"Аллаһ сабыр кешеләрҙе ярата", — тип әйтелә. Сабыр итеү, түҙемле булыу - үҙ телеңде, күңелеңде, ҡулыңды Аллаһы Тәғәлә ҡушмаған нәмәләрҙән һаҡлау тигән һүҙ. ✅Аллаһы Тәғәлә ғәҙел кешеләрҙе ярата. "Һәм һәр эштә ғәҙел булығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ғәҙел ғәмәлдәрҙе ярата", - тиелә "Бүлмәләр" сүрәһенең 9-сы аятында. Ғәҙел булыу өсөн дөрөҫлөктө йәшермәй, уны ҡабул итеп, ҡайһы ваҡыт үҙеңдең туғандарыңа, үҙенә лә ҡаршы барырға тура килә.

Сабыр, түҙемле булайыҡ!Сабыр, түҙемле булайыҡ!
Сабыр, түҙемле булайыҡ!

✅Аллаһы Тәғәлә эштәрен үҙенә тапшырыусыларҙы ярата. "Аллаһ Уға тәүәккәлләгәндәрҙе ярата",— тиелгән "Ғимран ғаиләһе" сүрәһенең 159-сы аятында. Ҡайһы берәүҙәр саманан тыш тынғыһыҙ була. Әйтерһең дә, һөҙөмтәһе уларҙың ҡулында. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә сәбәп әҙерләргә бойорған, ә һөҙөмтә тик унан килә.

✅Аллаһ тәҡүәле кешеләрҙе ярата. "Эйе, кем үҙенең килешеүен дөрөҫ үтәһә, һәм тәҡүәле булһа, Аллаһ ысынлап та тәҡүәлеләрҙе ярата",— тиелгән "Ғимран ғаиләһе" сүрәһенең 76-сы аятында.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас