Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноября 2024, 09:57

Ғаилә усағына йән өрөүсе

Миләүшә Торсонбаева балаларының һәләттәрен үҫтереүгә бар көсөн һала

Ҡосағындағы иң оло мөғжизәгә хайран ҡалып, күҙенә – йәш, йөрәгенә һөйөү тулды:
– Шул тиклем дә матур бу­лырһың икән, көтөп алған ҡошсоғом минең!
Йәш әсәнең күңеленә тап ошо мәлдән алып балаһының ғүмере, һаулығы өсөн борсолоуҙар, ха­фаланыуҙар, шик-шөбһәләр ҙә инеп ояланы: “Нисек кенә ауырыу-сырхауҙарҙан һаҡларға, бәлә-ҡазаларҙан аярға баламды?”
Миләүшә генә түгел, бала табыу йор­тондағы башҡа йәш әсәләр ҙә тәүге ул-ҡыҙҙары ти­рәләй кү­бәләктәр кеүек туҡтауһыҙ өйө­рөлә, балаларынан бигерәк үҙҙәре ты­нысһыҙланып, “аһ” та “уһ” килә: “Бәпесемдең йөрәге үтә ныҡ шәп тибә, шикелле!”, “Ҡа­лайтып һал­һам, аппағыма уңай­лыраҡ булыр икән?!”, “Шәфҡәт туташтары бәпәйемде яңылыш төшөрөп ебәрмәһә ярар ине!” Өсөнсө ба­лаһын тапҡан ҡатын уларға ҡарап йылмайыуын йә­шермәй: “Эй-й, ҡыҙҙар–ҡыҙҙар... Тынысла­нығыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!”
– Бер нисә йылдан ошондай уҡ хәл бала табыу йортонда тағы ла ҡабатланды, – тип көлә Миләүшә Сафиулла ҡыҙы Торсонбаева. – Тик был юлы мин, өсөнсө баламды тапҡан тәжрибәле кеше булараҡ, тәүге тапҡыр әсә булыу бәхетенә ирешкән йәш ҡатынды ҡур­ҡыуҙарынан, көйәләнеүҙәренән араларға тырыштым. Бала тап­ҡандан һуң, арып йоҡоға тал­ғайным ғына, төн уртаһында ул илай яҙып мине уята: “Миләүшә апай, ул сиҡылдай, нишләйем икән?!” Мин уға: “Ят, йоҡла, бөтә бала ла сиҡылдай”, – тим. “Ю–юҡ, ҡурҡам, нисек йоҡлайым, ул сиҡылдай бит!” – тип ҡото оса. “Ҡурҡма, хәҙер үтә ул, һин үҙең дә ҡай ваҡыт сиҡылдайһың бит, ғәҙәти хәл”, – тип саҡ тыныслан­дырҙым. Яныңда өйрәтеп торған яҡының булмаһа, тәүге балаңа нисек то­тонорға, уны нисек би­ләргә, нисек йыуын­дырырға, нисек кейендерергә – бер ни ҙә  белмәйһең. Бала тыуғас, бар тор­мошоң баштүбән әйләнгәндәй, сөнки һин теләгән ваҡытта та­мағыңды ла туйҙыра, йоҡоң туй­ғансы йоҡлай ҙа, ҡайҙа теләйһең, шунда бара ла, теләгәнеңде ашай ҙа алмайһың. Һинең бар көнит­мешеңде ике йәшкә тиклем тиерлек ҡулыңдан төшмәгән сабыйың “көйләй”. Ул төндәрен иҙерәп йоҡлаһа, үҙ ҡулдары менән ашарға өйрәнһә генә күҙ асыла башлай. Әммә шунан һуң бала артынан ҡарап ҡына өлгөр: өҫтөнә те­левизорҙы ауҙарып ҡуймаһын, ашъяулыҡты сынаяҡ-тәрилкәләре менән бергә тартып төшөрмәһен, гөл һауытында соҡон­маһын, те­ләһә нәмәне ауыҙына ҡапмаһын, танауына тыҡмаһын, тәҙрә төбөнә менмәһен һ.б. Анекдоттағы кеүек, тәүге балаң өҫтөндә ҡалтырап тораһың, йүргәктәрен ҡат–ҡат йыуаһың, ҡайнатаһың, үтекләй­һең. Ә икенсе–өсөнсө бала менән еңелерәк. Беренсенән, һине нимә көткәнен айырым–асыҡ беләһең, шуға тынысыраҡ булаһың, бор­солоуҙар болоҡ­һотмай, икенсенән, өлкәнерәктәре бәлә­кәс­тәрен ҡа­рарға ярҙамлаша барыбер – әү­рәтә, уйната һәм һин үҙеңде иркенерәк тояһың. 
Эргәһендә уралған, ҡуйынына һырылған балаларын яратып ҡосаҡлаған, арҡаларынан иркәләп һөйгән әсәнән айырым бер наҙ һирпелә. Алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, үтә мөләйем Миләүшәгә ҡараһаң, әкиәттәрҙәге ҡарлуғастай етеҙ, бер бите ай, бер бите ҡояш, тип телгә алынған һылыуҙар күҙ алдына баҫа. Уның тауышы ғәжәп яғымлы, күңелгә май кеүек кенә яғылып тора инде! 
Милләтебеҙҙең бар ыңғай си­фаттарын үҙендә туплаған Ми­ләүшә Баймаҡ ҡалаһында Рәмзиә Ғәйзулла ҡыҙы менән Сафиулла Сәғит улы Рәхмәтуллиндар ғаи­ләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бәләкәй сағынан үҙаллылыҡҡа ынтылған ҡыҙ балалар баҡ­саһына йөрөүҙән баш тартып, өйҙә ҡалыуҙы хуп күргән. Ҡурсаҡтарына күлдәктәр теккән, һүрәттәр төшөргән, “Аҡбуҙат” жур­налындағы әкиәттәрҙе күсереп яҙыуҙан кинәнес тапҡан. Әсәһенең эштән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алған бала дәфтәрен тотоп, артынан эйәреп йөрөгән: “Әсәй, тикшер әле!” Көн оҙоно прилавка артында тороп, ауыр–ауыр ҡаптарҙы, тоҡтарҙы ташып арыған әсәһенең өйҙә лә ҡырыл­маһа ҡырҡ эше ярылып ятһа ла, ул аш-һыу йүнәтеп, мал ҡарағандан һуң кинйә­бикәһенең эшенә күҙ һала, маҡтай. Миңзиә апаһы ла һеңлеһенең дәфтәрен тикшерә, “ғ”, “ҫ” хәрефтәре ошолай яҙыла, тип өйрәтеп ебәрә. Әсәһе һымаҡ һатыусы булырға теләгән бала мәктәпкә барғас, инглиз теле дәрестәрен оҡшатып, мин сит телдәр уҡы­тыусыһы булам, тип хыяллана башлай. Үҫә килә математика фәненә сикһеҙ һөйөү бөрөләнеп,  иҡтисадсы һөнәре хаҡында уйлана. Тик “бишле” бил­дәләренә генә өлгәшкән апа­һынан, тырыш ағаһынан ҡа­лышмай.
Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тап­шырған ҡыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Уҡы­тыусылары аҡыллы, уңған, һәр эште лә бөтә күңелен һалып башҡарған уҡыусыны техник вузға барырға өгөтләй. Өлкәндәрҙең һүҙен тыңлап, Миләүшә Өфө дәүләт авиация техник университетына бара. 
– Барҙым да, факультеттарҙың,  уҡыясаҡ һөнәрҙәрҙең исемлегенә күҙ йүгерткәйнем, ғүмерҙә лә ишетмәгән–күрмәгән һүҙҙәр те­ҙелгән, береһенән–береһе  ҡур­ҡынысыраҡ! – шул мәлде ҡабаттан иҫләгән һылыу әңгәмә­семдең көлөүендә түшелдеректәге тыйнаҡ тәңкәләр сыңы. – Һәм шулар араһында иң танышы “Йылылыҡ энергетикаһы” булды. Шунда документтарҙы тапшырҙым да, уҡырға инеп киттем, яңы мөхиткә сумдым (икенсе ергә лә доку­менттарҙың күсермәһен бир­гәйнем, унда ла үттем, әммә ӨДАТУ-ны һайланым). Күңел талабы менән түгел, аҡыл менән һайлаған һөнәргә уҡыуы бик ауыр булһа ла, ныҡ оҡшаны. Унда уҡыу аңды үҫтерҙе, офоҡтарҙы киңәйт­те, сыныҡтырҙы ла. 
Университетта беренсе курс­та уҡығанда Миләүшә үҙенең райондашы, икенсе курс студенты Динар Торсонбаев менән таныша. Әммә танышлыҡ һаулыҡ һорашыуҙан ары үтмәй. Бер-береһен ҡарап, күҙләп-күҙәтеп тә йөрөмәйҙәр, һәр кемдең үҙенең аралашыу даирәһе, үҙ-ара ҡатышмаған дуҫ–иштәре була. Туғыҙ йылдан һуң, инде икеһе лә эшләп йөрөгәндә, бергә Баймаҡҡа ҡайтҡан саҡта һүҙҙәре берегеп, Динар – “Ми­ләүшә” тигән, Миләүшә “Динар” тигән, гүйә, тотош йыһанды аса. Ҡайтанан танышҡан йәштәр бер–береһенә тартылып, ярты йыл тирәһе дуҫлашып йөрөй ҙә, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, ғаилә ҡора, баш ҡалала төпләнә. 
Һөйөү емештәре – өс бала. Атай-әсәйҙең дә, өләсәйҙәрҙең дә ҡосағында яратылып ҡына үҫкән Ильясҡа ун йәш, Лилиәгә – алты, Асияға – өс. Һәр нәмәнең төбөнә төшөргә яратҡан ғалим кеүек төпсөр, тәрән уйлы, зирәк Ильяс күп ҡатлы йорттоң балконында йә һоло үҫтерә, йә инкубаторҙа себештәр сығарып маташа, шуның араһында шахматта оҫта уйнап, барыһының да танауына сиртә, йә ҡурайҙа һыҙҙыра, йә әкиәттәр һөйләп, үҙен тамашасыларға таныта, бынан тыш гандбол буйынса йыйылма команда составында спорт ярыштарында еңеүҙәргә өлгәшә. Өлкән бала һеңлеләренә юл ярыусы, маяҡ кеүек юл яҡтыртыусы булһа, уртансы бала Лилиә хас та караптың рулевойы – барыһын да теҙеп, ойоштороп, алда торған маҡсаттарға табан ышаныслы, тура әйҙәй. Ул вокал менән дә, бейеү менән дә ихлас шөғөлләнә. Мәктәпкә уҡырға барғас, каратеға йөрөйәсәкмен, тип әле үк  кимоно таптыра ҡыйыу ҡыҙ. Йырҙарҙы, көйҙәрҙе тиҙ отҡан моңло тауышлы кескәй Асия иһә йырларға ярата. Йырға һәләте бар, тип тәрбиәселәре лә маҡтай. Бала­ларҙың өсөһөнә лә етдилек хас. 
– Улыбыҙҙың һәм ҡыҙҙары­быҙҙың һәләтен үҫтерер, уларға күберәк иғтибар, ваҡыт бүлер өсөн, инженерлыҡ эшен ташлап, үҙмәш­ғүллеккә күсергә тура килде, әммә һис тә үкенмәйем, – ти брейдер* Миләүшә Сафиулла ҡыҙы. – Сәс үреү күңелемә ятҡан, яратып башҡарған ижади эшем. 
Һөйөклө тормош иптәше менән өлгөлө ғаилә ҡорған, һәләтле, ипле балалар үҫтергән Ми­ләүшә ата–әсәһенә, ҡайны–ҡәйнәһенә рәх­мәтле. Улар беҙгә матур тәрбиә биргән, беҙ ҙә шулай һынатмаһаҡ ярар ине, ти: 
– Атайым менән ҡайным яҡты донъянан китһә лә, уларҙың һөйөүе, кәңәштәре йөрә­гебеҙҙә һаҡлана. Әсәйҙәребеҙ, Аллаға шөкөр, иҫән-һау. Улар – беҙҙең иң ышаныслы таяныс–терәк. Туған­дарыбыҙ ҙа бар яҡтан таяу һымаҡ. 
Шуға ла Торсонбаевтар арҡаны ныҡҡа терәп, барыһына ла шөкөр итеп, ҡыуаныста йәшәй, илһам­ланып эшләй, ихласлап балалар үҫтерә. Ошо бәхеттәренә күҙ теймәһен, Ильяс, Лилиә, Асия атайҙарына арҡаланып, әсәй­ҙәренә иркәләнеп–наҙланып үҫ­һен! 
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Брейдер – африка толомдарын, жгуттар, дредтар үргән парикмахер.

Читайте нас