Белоретта йыйылған ПДМ "Атач-7" төйәү-алып барыу машинаһы, Ишембайҙың "Витязь" заводынан ике звенолы ҡарышлауыҡлы ДТ-3П транспортеры, Нефтекаманың НЕФАЗ-5299-30-57 тәпәш иҙәнле ҡала автобусы, КамАЗ шасииһында Туймазының "Ценпист" ЯСЙ-һы етештергән ППП 38-120 күбек менән янғын һүндереү күтәргесе, шул уҡ шассиҙағы компрессор ҡоролмаһы ("Өфө копрессор заводы" ЯСЙ-ныҡы) күргәҙмә күрке булды.
Рәсәй төбәктәренә килгәндә, күргәҙмәгә Дондағы Ростовтан "Ростсельмаш 2400" тракторы, Алтайҙан ағас йығып эшкәртеүсе СЭМ-4ГСТ күп функциялы үҙйөрөшлө энергетика машинаһы, Барнаулдан баҫыуҙарға шыйыҡ ашлама һиптереүсе ликвилайзер агрегаты, Брянскиҙан БТЗ-254 тракторын алып килгәндәр ине. АвтоВАЗ да ике машина күрһәтте: улар "LADA Vesta SW Cross" һәм "Lada Granta" булды.