Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноября 2024, 09:30

Һаман да коронавирус менән сирләүселәр күп

Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Һаман да коронавирус менән сирләүселәр күпҺаман да коронавирус менән сирләүселәр күп
Һаман да коронавирус менән сирләүселәр күп

Республикабыҙҙа уҙған тәүлектә 87 кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгән. Миҙгел инфекциялары кәмеүгә ҡарамаҫтан, ковид менән сирләү кимәле юғары булып ҡала, тип хәбәр итте ул.

Әле коронавирус йоҡторған 1163 пациент өйҙә дауалана, 81 кеше дауаханала ята. Бер аҙна эсендә 322 ашығыс ярҙам бригадаһы 21 мең саҡырыуға сыҡҡан. Контакт үҙәккә  63 мең кешенән мөрәжәғәт ҡабул ителһә, шул иҫәптән 18 мең кеше табипты өйгә саҡыртҡан.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас