Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2024, 03:57

ӨФһТУ ғалимдары ағастарҙың кеше эмоцияларына йоғонто яһауын тикшерә

Өфө фән һәм технологиялар университетының экосистемалар һәм йәшел инфраструктура лабораторияһы Көньяҡ Урал ботаника баҡсаһы менән берлектә ҡала шарттарында йәшел мөхиттең кешенең психоэмоциональ һәм когнитив һаулығына йоғонтоһо буйынса пилот тикшеренеүҙәр башланы

ӨФһТУ ғалимдары ағастарҙың кеше эмоцияларына йоғонто яһауын тикшерәӨФһТУ ғалимдары ағастарҙың кеше эмоцияларына йоғонто яһауын тикшерә
ӨФһТУ ғалимдары ағастарҙың кеше эмоцияларына йоғонто яһауын тикшерә

Юғары Уҡыу йорттары араһындағы кампуста урынлашҡан яңы лаборатория РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығының "Приоритет – 2030" флагман стратегик проекты сиктәрендә булдырыла.

Физиологик күрһәткестәрҙе мониторинглау өсөн психологик һәм когнитив тестлау менән бәйле заманса ҡорамалдар (ябай фитнес-беләҙектәрҙән һәм йөрәк ритмы үҙгәреүсәнлеге датчиктарынан алып ээг-тың супер заманса мобиль комплекстарына тиклем) ҡулланыла. Был тышҡы мөхиттең төрлө факторҙары тәьҫирендә кешенең эмоциональ торошоноң нисек үҙгәреүе тураһында объектив күҙаллауҙар булдырырға мөмкинлек бирә. Эштә экологтар ғына түгел, нейрофизиология, урбанистика өлкәһендәге эксперттар ҙа ҡатнаша.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас