Байрам бөгөн – Улдар көнө,
Ҡотлайыҡ әле, әйҙә!
Изге теләктәрҙе әйтеп,
Байрамдар булмай көн дә.
Ғаилә байрамы ла бит ул,
Ул – малайҙар байрамы,
Атай-әсәйгә улдары
Бик тә, бик тә ҡәҙерле.
Улдарыбыҙ был тормошта
Юлдарын дөрөҫ тапһын.
Һәр бер тыуған яңы иртә
Бары шатлыҡҡа тулһын.
Бәхетле генә булһындар,
Борсоу-хәсрәт килмәһен,
Тормоштары булһын яҡты.
Ел-ямғырҙар теймәһен.
Атай-әсәйҙәре һәр саҡ
Һөйөнөп йәшәһендәр.
Һаҡлаусы, яҡлаусыбыҙ, тип
Ғорурланып әйтһендәр.
Фәймә Зәйнуллина.
Юлай Кәримов фотоһы.