Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2024, 06:39

Өфөлә "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтте

Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциның темаһы "IV Мәхмүтов уҡыуҙары. Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар һәм перспективалар" тип аталды.

Өфөлә "Мәхмүтов уҡыуҙары" үттеӨфөлә "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтте
Өфөлә "Мәхмүтов уҡыуҙары" үтте

Сара Башҡортостан Башлығы хакимиәте, Беларусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһы, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идаралығы академияһы, Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Плеханов исемендәге Витебск дәүләт университеты көсө менән ойошторолдо.

Конференцияла төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

 Докладтар менән власть һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, алдынғы ғалимдар һәм эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.

Спикерҙар иҫәбендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Евразия халыҡтары Ассамблеяһының төбәк вәкиллеге йәмәғәт советы ағзаһы Рөстәм Әхмәҙинуров сығыш яһаны. Онлайнда һөйләгән Беларусь Президенты ҡарамағындағы академияның беренсе проректоры Ольга Солдатова, төбәк үҫеше — ул дөйөм милли иҡтисадтың мөһим өлөшө, тип билдәләне.

Шулай уҡ конференция сиктәрендә Дәүләт Йыйылышы фойеһында Әнәс Мәхмүтовтың ғилми мираҫына арналған китап күргәҙмәһе үтте.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-11-20/v-ufe-proshli-mahmutovskie-chteniya-4016663

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас