Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2024, 09:34

Өфөлә бер мутлашыуҙы иҫкәртә алғандар

Банк хеҙмәткәрҙәре шикле клиентты ваҡытында күреп ҡала һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.

Өфөлә бер мутлашыуҙы иҫкәртә алғандар
Өфөлә бер мутлашыуҙы иҫкәртә алғандар

Бер кеше полицияға мөрәжәғәт итеп, 800 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалта яҙыуы тураһында хәбәр иткән. Баҡтиһәң, иргә ялған поликлиника хеҙмәткәре шылтыратып, флюорография үтеүе тураһында һораған. Ғариза биреүсе ярты йыл самаһы элек тикшереүҙә булыуын әйтә. Уға таныш булмаған ҡатын, ул тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөрөҫ бирмәгән, тип хәбәр итә. Артабан «уңайлылыҡ өсөн» мутлашыусы электрон медицина картаһын рәсмиләштерергә тәҡдим итә.

Әңгәмәсе менән һөйләшеү өҙөлә һәм яңы шылтыратыу килә. Телефондағы таныш булмаған тауыш хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар ғариза биреүсене яңылыш юлдан яҙҙырырға тырыша һәм уны хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре менән бәйләйәсәктәр тигән. Мутлашыусы ҡорбанын, уға генераль ышаныс ҡағыҙы бирелде, тип ҡурҡыта, уның ярҙамында мутлашыусылар уның банк иҫәбенә инә ала тип арбаған. Артабан иргә тупланмаларҙы тиҙерәк «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим итәләр.

Буласаҡ ҡорбан банкка ашыға, унда аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүгә заявка бирә. Әммә, хәлде аңлап, ВТБ банкы хеҙмәткәрҙәре Регина Агишева һәм Сусина Нажипова аҡсаның юҡлығын әйтә һәм көтөргә кәрәклеген хәбәр итә. Был ваҡытта улар полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра. Шул саҡта ир үҙенең алдаҡ ҡорбаны булыуын аңлай. Бәхеткә күрә, аҡса бер бөтөн булып һаҡланып ҡалған.

 Башҡортостан буйынса ЭЭМ-дың матбуғат хеҙмәте

Фото: О.Яровиков

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: