МХО биләмәһенә сәфәр барышында яҡташтарыбыҙға наградалар тапшырыласаҡ, тигәнде ишеткәс, беҙ ҙә был тантанала ҡатнашырға теләк белдерҙек. «Тыл» тип аталған ер аҫты ҡаласығында нимәләр генә юҡ – хатта тантана залы ла уйланып эшләнгән. Был хаҡта «Йәшлек» гәзитенең киләһе һандарында тулыраҡ һөйләрбеҙ әле. Ә әлегә яугирҙар менән танышабыҙ. «Монгол» позывнойлы яугир шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ни өсөн «Монгол»? «Үҙем Асҡын районынан, Өфөлә йәшәйем, - ти ул. – Паспортым буйынса башҡорт, татар рухында тәрбиәләндем, тарихсылар нәҫел тамырым удмурттарға барып тоташҡан, ти. Шуға, аптырап, «Монгол» позывнойын алдым инде». Ә бына «Абзый» - Нуриман районының Байгилде ауылынан, ул да әле Өфөлә йәшәй, махсус хәрби операция башланғандан алып водитель булып хеҙмәт итә.
Был көндө яугирҙарға наградаларҙы полк командиры үҙе килеп тапшырҙы.
Шулай итеп, майор Илһам Нәжмиев, кесе сержант Алишер Бабаниязов, Александр Йөҙөкәев, ефрейтор Алмаз Шакиров, Александр Фатун – Жуков миҙалына, ефрейтор Наил Хөснөтдинов - «Батырлыҡ өсөн», рядовой Данис Хәбибуллин - Суворов миҙалына, кесе сержант Виктор Колбинев, ефрейтор Юлай Әхмәтйәнов «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалына лайыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙҙы наградалары менән ҡотлайбыҙ, иң мөһиме, имен-аман, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!