Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноября 2024, 12:45

Белорет районында ҡурҡыныс авария!

Бере кеше үлгән, дүртәүһе, шул иҫәптән өс бала йәрәхәттәр алған.

Белорет районында ҡурҡыныс авария!Белорет районында ҡурҡыныс авария!
Белорет районында ҡурҡыныс авария!

Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 194-се саҡрымында ике еңел автомобиль бәрелешкән: Toyota RAV4 һәм Hyundai Elantra.

Ҡотҡарыксылар һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә урынына килеп еткәс бер кешенең үлеүен, дүртәүһенең зыян күреүе асыҡланған. Өсәүһе - 8, 10 һәм 13 йәшлек балалар. Зыян күреүселәрҙе автомобилдәрҙән сығарғандар, уларға урында ярҙам күрһәтелгән. Төрлө йәрәхәттәр менән улар дауаханаға оҙатылған. 

Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана. Урында ДАИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас