Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, дин ҡәрҙәштәрем!
✔️ "Көн башында "Йәсин" сүрәһен уҡыусының — көн дауамында, ә төндә "Йәсин" уҡыусының иртәнге ваҡытҡа ҡәҙәр мәшәҡәттәре еңеләйтелә", - тип Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләмдең һүҙҙәрен Әд-Дәрими риүәйәт итә. ✔️"Кем дә кем иртә һәм кис миңә 10 тапҡыр салауат әйтһә, Ҡиәмәт көнөндә ул минең шәфәғәтемә лайыҡ була", — тигән Рәсүлебеҙ Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм (имам Әт- Табәрани хәҙистәр йыйынтығынан). Раббым ил-көндәребеҙгә тыныслыҡ, именлек, күңелдәребеҙгә һиҙәйәт, сафлыҡ, ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙгә ихласлыҡ бирһә ине. Ҡан-ҡойоштар туҡтатылып, махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Һәр беребеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ике донъя бәхете насип итһен, тормоштарыбыҙ бәрәкәтле, киләсәгебеҙ яҡты, өмөтлө булһын.