БР Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыш «Бөтә рәсәй самбо көнөн» байрам итеү сиктәрендә Көрәш һарайында ойошторола.
Тәүге тапҡыр турнир ике йыл элек уҙғарылғайны. Был юлы ул олимпия системаһы буйынса бер нисә йәш категорияһында: 8-9 йәш, 10-11 йәш, 12-13 йәш һәм 14-16 йәш арауығында була. 1500-ҙән ашыу йәш спортсының ҡатнашыуы көтөлә.
Турнирҙы асыу тантанаһына айырыуса иғтибар бүленәсәк, илдең төрлө төбәктәренән 1000-дән ашыу йәш самбист спортсыға ант бирәсәк, намыҫлы көрәшкә һәм самбо рухына тоғролоғон раҫлаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Спорт Министрлығының матбуғат хеҙмәте.