Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2024, 08:40

"Минең бизнес" Башҡортостан Республикаһы

Социаль эшҡыуарлыҡта иң яҡшы тәжрибәләрҙе популярлаштырыу буйынса төбәк-ара форумы бөгөн башланды.

"Минең бизнес" Башҡортостан Республикаһы"Минең бизнес" Башҡортостан Республикаһы
"Минең бизнес" Башҡортостан Республикаһы

Сара «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы» АНО-һы һәм «Минең бизнесым» үҙәге.

"Социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе популярлаштырыу буйынса йыл һайын үткәрелеүсе ҙур форум мөһим ваҡиға булып тора, сөнки ул башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлек булдырыу һәм яңы ҡарарҙар эҙләү мөмкинлеген бирә. Бизнес, башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шулай уҡ социаль бизнес өлкәһендәге алдынғы эксперттар тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшерәсәк һәм алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Билдәләп үтәйек, Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә алдынғы позицияларҙы һаҡлай — бөгөнгө көндә төбәктә ошо статустағы 600 предприятие эшләй, —тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас