Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2024, 07:54

Өфөлә «Россия – Za самбо» Бөтә Рәсәй форумы уҙасаҡ

Сараға самбоны үҫтереү һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү мәсьәләләрен тикшереү өсөн 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы киләсәк.

Өфөлә «Россия – Za самбо» Бөтә Рәсәй форумы уҙасаҡӨфөлә «Россия – Za самбо» Бөтә Рәсәй форумы уҙасаҡ
Өфөлә «Россия – Za самбо» Бөтә Рәсәй форумы уҙасаҡ

Форум 15-17 ноябрҙә баш ҡаланың "Көрәш һарайы" спорт комплексында «Zа самбо» федераль партия проекты программаһына ярашлы үтәсәк. Баштан "Өфө" аэропортына самбо спортының тыуған көнөнә арнап "Самболет" осоп киләсәк. "Россия" авиакомпанияһының был "Сухой суперджет" лайнеры (RA-89146)  "Өфө" исемен йөрөтә һәм ул самбоға бәйле ливрея менән биҙәлгән.

«Россия – Za самбо» форумы профессионалдарҙың ғына түгел, йәмәғәтселектең дә иғтибарын йәлеп итәсәк, сөнки унда самбо традицияларын һаҡлау һәм сәләмәт һәм гармониялы йәмғиәт булдырыу мөһимлеге мәсьәләләре күтәреләсәк. Шулай уҡ бөтә ил буйынса популярлыҡ яулаған «Мәктәпкә самбо» проектын тормошҡа ашырыу механизмдарын тикшереү көтөлә.

Форумды асыу тантанаһында  «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы Секретары вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы В.Якушев, Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев, шулай уҡ сенаторҙар, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәк башлыҡтары һәм билдәле спортсылар буласаҡ.

Форумда ҡатнашыусылар көнүҙәк башланғыстар менән таныша, шулай уҡ тормоштоң төрлө өлкәләренә самбо индереү буйынса тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлаша ала. Сара самбоның милли спорт төрө булараҡ позицияларын нығытыуға һәм уны Рәсәй мәҙәниәтенә һәм традицияларына интеграциялауға мөһим аҙым буласаҡ.

Фото: скрин видео

https://sambo.ru/press/news/2024/11195/

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас