Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь , 07:30

Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр итәйек!

Аллаһы Тәғәләнең биргән ниғмәтенә рәхмәтле булып, шөкөр итә белегеҙ. Яңы йорт һалып сыҡһағыҙ: "Әлхәмдүлилләһ, Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән ошо йортто һалып сыҡтыҡ", — тип һөйләгеҙ. ✔️ Машина алһағыҙ: "Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән машина алдым", — тип әйтегеҙ. ✔️Балағыҙ тыуһа: "Аллаһы Тәғәлә беҙгә һау-сәләмәт бала бирҙе", — тип шөкөр итегеҙ.

Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр итәйек!
Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр итәйек!

✔️Әлхәмдүлилләһ тип, Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәтте хәйерле юлда ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, булғанына шөкөр итеп, йортоғоҙҙа намаҙ уҡығыҙ.

✔️Әлхәмдүлилләһ шөкөр тип, аҡсағыҙҙы ла хәйерле юлда ҡулланығыҙ.

✔️Аллаһы Тәғәлә биргәндең бәрәкәте булһын тиһәгеҙ, шөкөр итеп, саҙаҡа бирергә лә онотмағыҙ. «Эй, әҙәм балаһы, саҙаҡа бир һәм мин һинең малыңды арттырырмын», - тиелә хәҙистә . ( Бохари әйткәндән).

Һәр беребеҙгә шөкөр итеп, Аллаһы Тәғәлә рәхмәтендә, ризалығында, ике донъя бәхетендә йәшәргә насип итһен ин шәә Аллаһ.  

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: