Шәкәр диабеты - организмда шәкәр йәки глюкоза үҙләштерелеүҙән туҡтағанлыҡтан барлыҡҡа килгән хроник ауырыу, шуның арҡаһында уның ҡандағы концентрацияһы күп тапҡырға арта. Был сир башҡа ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра. Ҡандағы глюкоза кимәлен дөрөҫ контролдә тотмау бөйөр, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы функциялары боҙолоуы менән янай.
Ҡандағы глюкозаны контролдә тотоу препараттар ҡулланыу йәки уларҙың комбинацияһы һәм йәшәү рәүешен коррекциялау ярҙамында башҡарыла.
1-се типтағы шәкәр диабеты (инсулинға бәйле) һәм 2-се типтағы шәкәр диабеты (инсулинға бәйле булмаған) бар. 2-се типтағы диабет бөтә осраҡтарҙың 85% - тан ашыуын тәшкил итә.
Ауырыуҙы контролдә тотоу һәм диабет хәүефен кәметеү өсөн кәңәш итәбеҙ:
- ауырлыҡты күҙәтеү,
- дөрөҫ ашау,
- ҡандағы глюкоза кимәлен, ҡан баҫымын һәм холестеринды даими күҙәтергә;
- стресс кисермәҫкә һәм уларҙы еңеп сығырға өйрәнергә;
- дарыуҙарҙы табип тәғәйенләүе буйынса ҡабул итергә;
- дауалау диетаһын үтәү;
- йылына кәм тигәндә 1 тапҡыр медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!