2024 йылдың 10 айында төбәк хужалыҡтарында заманса тракторҙар һәм комбайндар ғына 450-гә тиерлек артҡан. Был осорҙа бөтәһе 9,7 миллиард һумға 2 мең 70 берәмек техника һатып алынған.
- Башҡортостандың ауыл хужалығы, һис шикһеҙ, илдә юғары һөҙөмтәлеләрҙең береһе булып тора. 2030 йылға тиклем тағы ла 3000 трактор, 1200 иген йыйыу һәм 250 мал аҙығы йыйыу комбайны һатып алырға ниәтләйбеҙ. Был иген йыйыу комбайндарына йөкләмәне берәмегенә 350 гектарға тиклем еткерергә, энергия менән тәьмин ителеште арттырырға һәм сәсеү эштәрен 8-10 көндә башҡарырға мөмкинлек бирәсәк, иген һуғыу – 30 көндән артмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне Башҡортостан Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
Йыл башынан алып республика ауыл хужалығы етештереүселәре төрлө тартыу класындағы 277 трактор, 151 иген йыйыу һәм 21 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 35 үҙйөрөшлө һиптергес, 5 юғары етештереүсәнле сөгөлдөр йыйыу комбайны, 425 берәмек тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары һәм башҡа техника һатып алған.
– Ҡатмарлы миҙгелгә ҡарамаҫтан, төбәктең агросәнәғәт предприятиелары һәм ойошмалары техник паркты яңыртыуҙы дауам итеүе мөһим,-тине БР Хөкүмәте Премьер – министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов. - Тимәк, беҙҙең аграрийҙар бер миҙгел генә йәшәмәй, киләсәккә уйлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәктә АХК техник паркын яңыртыу буйынса программа эшләй, унда аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентын ҡаплайҙар. 2019-2023 йылдарҙа программа аша 7,2 миллиард һум субсидия түләнеләр.