Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2024, 10:46

Студент отрядтары слетҡа йыйылды

Өфө ҡалаһының  мәҙәни-ял итеү үҙәгендә Волга буйы федераль округы студенттары отрядтарының слетын асыу тантанаһы үтте. Унда Рәсәйҙең  14 төбәгенән студенттар йыйылды. Быйылғы слетҡа йәштәр генә түгел, ветерандар ҙа килгәйне.

Студент отрядтары слетҡа йыйылдыСтудент отрядтары слетҡа йыйылды
Студент отрядтары слетҡа йыйылды

Сараның рәсми өлөшө Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле исеменән уның йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу департаменты етәксеһе Дмитрий Соловьевтың сәләмләүенән башланды. Ул федераль округта 50 мең студент отряды булыуын һөйләне, студент отрядтарының  профессионаллыҡ, лидерлыҡ һәм ижад мәктәбе булыуын белдерҙе.

Радий Хәбиров исеменән бында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне. Ул байрам ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы  бер юлы дүрт юбилей датаһы – студотрядтар хәрәкәтенең 65 йыллығы, Рәсәй студент отрядтарының 20 йыллығы, Башҡортостан отрядтарының 60 йыллығы һәм уларҙың хәҙерге тарихының 10 йыллығы менән ҡотланы.

— Студент отрядтарының бөтә яугирҙарына һәм командирҙарына илебеҙ тарихына һәм иҡтисадына, иң мөһиме, үҙебеҙҙең үҫеш тарихына ҙур өлөш индереүҙәрен теләйем. Студент отрядтары  ғаиләһе рухты, холоҡто нығыта, һөнәри  сифаттарҙы үҫтерә, дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөхитен булдыра, – тине Азат Бадранов.

Өс көн дауамында студенттарҙы бик күп ҡыҙыҡлы саралар көтә: һөнәри конкурстар, юмор фестивале, Волга буйы федераль округы студенттары отрядтарының «Мисс» һәм «Мистер» исемдәре өсөн көрәш. Бынан тыш, студенттар партнерҙар һәм предприятиелар менән танышасаҡ, был уларға эшкә урынлашыуҙа яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Слет Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас