Сара программаһында дауалау - диагностика һәм иҫкәртеү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн акушер-гинекологтарҙың һәм дөйөм практика табиптарының (ғаилә табиптарының) клиник практикаһына заманса технологиялар һәм методикалар индереү мәсьәләләре ҡаралған. Конгреста күренекле Рәсәй ғалимдары, табип-гинекологтар, Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Корея, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссиянан сит ил белгестәре ҡатнаша. Конгреста LIVE SURGERY операциялары реаль ваҡыт режимында күрһәтелә.