Әхмәтйәнова Зарема Әхмәт ҡыҙы (28 май 1945 йыл — 9 октябрь 1992 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист, 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзғһы.
Зарема Әхмәт ҡыҙы Әхмәтйәнова 1945 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Шаран районы Ерекле ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
ҺАҒЫН
Радик Шамратов көйө
Зарема Әхмәтйәнова шиғыры
Юҡ шикелле һинең бер көн
Һағынмай торған сағың.
Һағыштарың күп шул һинең,
Һағын йөрәгем, һағын!
Ҡушымта:
Көҙҙәрҙә – яҙҙарҙы һағын,
Елһеҙ көндә – елдәрҙе!
Ҡайһы ерҙә йөрөһәң дә -
Һағын тыуған ерҙәрҙе!
Һағын балам тип зарыҡҡан
Әсәйемдең ҡосағын.
Һөйөшөп тә ҡауышмаған
Тәүге йәреңде һағын.
Ҡушымта
Һағыштарһыҙ йәшәп булмай,
Һағын йөрәгем, һағын!
Булмаһын һинең бер ҡасан
Һағынмай торған сағың!
Ҡушымта