Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2024, 02:30

Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙан да ҡәнәғәт булһын!

Һәр мосолман быларҙы белергә тейеш: ✔️ Һәр эште башлар алдынан «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим тип башлағыҙ. Был эште Аллаһы Тәғәләгә тапшырыуҙы аңлата. ✔️"Әссәләмү ғәләйкүм вә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү" - бер мосолмандың икенсе мосолман менән сәләмләшеү һүҙе. ✔️ Аллаһы Тәғәлә бөйөклөгөн күрһәтеүсе яҡшы хәл булһа, борсолғанда: "Аллаһу әкбәр" - "Аллаһ бөйөк", — тип әйтергә кәрәк. ✔️Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡығанда, яҡшы хәбәрҙәр ишеткәндә: "Әлхәмдүлилләһ" —"Аллаһҡа маҡтау", — тип әйтелә. ✔️"Мә шәә Аллаһ" - "Аллаһ шулай теләгән" мәғәнәһендә, һоҡланыу, ниндәй булһа ла яҡшылыҡ өсөн Аллаһы Тәғәләне маҡтағанда әйтелә. ✔️"Ин шәә Аллаһ" - "Аллаһ ҡушһа" тип ниндәй ҙә булһа эш ниәтләгәс әйтелә. ✔️Ҡурҡҡанда йәки борсолғанда, ауырлыҡтар менән осрашҡанда: “Хәсбүнә Аллаһу вә ниғмәл үәкил” - "Аллаһ беҙгә кәрәк, Аллаһ һаҡлаусы һәм яҡлаусы", - тип әйтергә кәрәк. ✔️ "Әстәғәфируллаһ" - "Аллаһ кисерһен" - гонаһ ҡылғандан һуң ярлыҡау һорап әйтелә.  

Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙан да ҡәнәғәт булһын!Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙан да ҡәнәғәт булһын!
Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙан да ҡәнәғәт булһын!

✔️Яҡшы хәбәр ишеткәндә: "СөбханАллаһ" - "Аллаһ бар кәмсектәрҙән дә пак", - тип әйтеү зарур.

✔️Кешенең үлемен ишеткәс, "Иннәә лилләәһи вә иннәә иләйһи раажиғуун" - "Беҙ Аллаһтан килдек, Уға кире ҡайтасаҡбыҙ" тип әйтергә кәрәк.

✔️Доға уҡып бөткәс, " Әмин" -" Доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл" тип, кешеләр бер-береһенә яҡшылыҡ теләгәндә әйтелә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас