Подстанция өсөн модуль ҡоролма төҙөүгә төбәк бюджетынан 92,1 миллион һум бүленгән. Өҫтәмә рәүештә дөйөм майҙаны 145 квадрат метрлыҡ 4 ашығыс медицина ярҙамы автомобиленә иҫәпләнгән гараж комплексы төҙөлдө. Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров киләһе яҙға подстанцияға юлға асфальт түшәргә ҡушты.
Унда барыһы ла төҙөлгән, ә юлында тик ҡырсынташ ятыуын күрҙем. Көҙгөһөн түгел, ә яҙғыһын төҙөкләндереүҙе башҡарырға кәрәклеге аңлашыла. Унда сумма ҙур түгел, ике миллионға яҡын, шуға күрә эшләгеҙ», – тине Радий Хәбиров.