Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2024, 02:30

Ҡатын-ҡыҙға ҡысҡырып намаҙ уҡырға яраймы?

"Мин бер апайға намаҙ уҡырға өйрәттем. Үҙем көндәлек намаҙымды уҡығанда ул ҡарап ултырҙы, мин уның алдында намаҙымды аңлайышлы итеп ҡысҡырып уҡыным. Дөрөҫ эшләнемме? Намаҙым ҡабул буламы?" — тип һорап яҙа бер апай.

Ҡатын-ҡыҙға ҡысҡырып намаҙ уҡырға яраймы?Ҡатын-ҡыҙға ҡысҡырып намаҙ уҡырға яраймы?
Ҡатын-ҡыҙға ҡысҡырып намаҙ уҡырға яраймы?

— Әгәр һеҙ сираттағы көндәлек намаҙығыҙҙы тауыш менән уҡынығыҙ икән, яңынан ҡаза итеп уҡырға кәңәш итәм. Сөнки намаҙҙың дөрөҫ булырына шарттары бар. Ҡысҡырып, тауыш менән уҡыу ҡатын-ҡыҙға ярамай. Шарт боҙолдо, тигән һүҙ. Апай өсөн айырым рәүештә өйрәтеү ниәте менән уҡыуығыҙ дөрөҫ булыр, — тип яуаплай Рәсәй Ислам университе студенты, "Йома" тапшырыуын алып барыусы Сәлиә Мөхәмәтғәлина. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас