"... X Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика «Рәсәйҙең әҙәби флагманы – 2024»статусын алды.
Еңеүҙе лайыҡлы тип иҫәпләйем. Быйыл беҙ икенсегә «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһен үткәрҙек. Унда 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был фестиваль - төбәгебеҙҙең мәҙәни брендтарының береһе, уны халҡыбыҙ ярата һәм көтә. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки төп маҡсаттарҙың береһе – балаларға уҡырға һөйөү тәрбиәләү, китаптың иң яҡшы уҡытыусы икәнен иҫкә төшөрөү.
Башҡортостанда китапхана селтәре бик үҫешкән. Төбәктә 3200-ҙән ашыу китапхана бар, уларҙың хеҙмәткәрҙәре үҫеп килгән быуында китаптарға һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Был эш өсөн рәхмәт.
Конкурсты ойоштороусыларға төбәгебеҙҙе юғары баһалағандары өсөн рәхмәт.", - тиелгән унда.