Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2024, 11:38

Ҡайғылы хәбәр: Башҡортостан радиоһы ветераны Нурия Абдуллина вафат булған

Журналист, моңло йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина арабыҙҙан китте...

Ҡайғылы хәбәр: Башҡортостан радиоһы ветераны Нурия Абдуллина вафат булған
Ҡайғылы хәбәр: Башҡортостан радиоһы ветераны Нурия Абдуллина вафат булған

Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. 1973 йылда Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан Өфө ҡалаһындағы музыка-педагогия училищеһында урта махсус һөнәри белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ейәнсура районында башлай һәм оҙаҡ йылдар "Юлдаш" радиоһында ижадын дауам итте.

Нурия Насибулла ҡыҙының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас