Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2024, 12:00

«Йәшлек»тең сканвордсылары осрашты

Бөгөн Өфө ҡалаһындағы  «Китап»  магазинының саралар үткәреү залына гәзитебеҙҙең  сканвордсылары йыйылды.

«Йәшлек»тең сканвордсылары осрашты«Йәшлек»тең сканвордсылары осрашты
«Йәшлек»тең сканвордсылары осрашты

Уларҙың күптәре һеҙгә  яҡшы таныш, исем-фамилиялары гәзит биттәрендә даими күренеп тора. Был матур сараны сканворд оҫтаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов, редакция коллективы ойошторҙо. Бик йәнле, ихлас осрашыу булды.  Һәр береһе үҙе менән таныштырып, сканворд сисеүгә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе  һөйләне, гәзиттең тиражын арттырыу буйынса теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.

– Был аҙнала исем-фамилияң булманы, сканвордты сисә алманыңмы, тип һорайҙар, шуға бөтәбеҙҙең дә фамилиябыҙҙы ҡуйһағыҙ, яҡшы булыр ине.

– Сканворд битендә һәр беребеҙҙең тыуған көнө менән ҡотлап, биреп барырға ла була.

– Гәзиттең тиражын арттырыу буйынса ла уйлашайыҡ. Мәҫәлән, берәүебеҙ яҙылып, эстафета итеп, дауам итә алабыҙ.

– Бындай осрашыу һуңғыһы булмаһын, шулай киләсәктә лә дауам итәйек.

Ике сәғәтлек осрашыу һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Һәр береһе матур тәьҫораттар алып таралышты,  киләсәктә лә бындай осрашыуҙарҙы дауам итергә яҙһын.

Сканвордсылар менән осрашыу хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең ошо аҙналағы һанында уҡығыҙ.

 

 

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас